Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар ҡаланың туристик мөмкинлектәре менән таныша. Республика эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов белдереүенсә, быйыл 2 миллион 300 мең туристы ҡабул итеү көтөлә. Башҡортостан ҡунаҡтары өсөн төрлө программалар әҙерләнә. Фестиваль 3 мартта ойошторола.







