Асҡын үҙәк район дауаханаһы яңы рентген-аппараты менән йыһазландырылған

«Һаулыҡ һаҡлау тармағының беренсел звеноһын модернизациялау» төбәк программаһы сиктәрендә Асҡын үҙәк район дауаханаһы яңы рентген-аппараты менән йыһазландырылған. Иҫке рентген ҡоролмаһын алмаштырған заманса аппарат төрлө йәрәхәттәрҙе, тын алыу юлдарын, ҡорһаҡ ҡыуышлығы органдарын тикшерергә мөмкинлек бирә. Снимок шунда уҡ программаға индерелә, шуға күрә табиптарҙың эше еңелләшкән.

Рентген-кабинеты көнөнә 25 пациентты ҡабул итеү ҡеүәтенә эйә. Бынан тыш, Асҡын үҙәк район дауаханаһы яҡын арала яңы бинаға күсәсәк. Әле дауахананы проектлау эштәре бара.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ