Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев хәбәр итеүенсә, закон ғаилә бизнесының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫешенә этәргес бирергә тейеш. Ғаилә предприятиеларын айырым хоҡуҡ категорияһына сығарыу улар өсөн махсус иҡтисади һәм башҡа шарттар булдырасаҡ.
Бынан тыш, был инфраструктурала йәш йәки башҡа сәбәптәр буйынса эш таба алмаған ғаилә ағзалары мәшғүл була ала. Парламент спикеры белдереүенсә, ғаилә бизнесы сиктәрендә быуындар күсәгилешлеге барлыҡҡа килә, йолалар һаҡлана.
Ғаилә бренды ҡулланыусылар араһында ла ышаныс менән файҙалана. Башҡортостанда 80 меңдән ашыу ошондай субъект иҫәпләнә, улар сауҙа, ауыл хужалығы, хеҙмәттәр һәм башҡа өлкәләрҙә эшләп килә. Закон Башҡортостан башлығына ҡул ҡуйыу өсөн ебәрелгән, рәсми баҫылып сығып ун көн үткәс ул үҙ көсөнә инәсәк.



