Был вирус тәнде һәм лайлалы эпителийҙы зарарлай, ямаш шеш ауырыуҙарына килтерә. Күп осраҡта ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәрендә был вирус барлығын белмәй, репродуктив ағзалар 3-сө, 4-се стадияға етеп яман шеш диагнозы ҡуйылғас ҡына табипҡа мөрәжәғәт итә.
Әйтергә кәрәк, төбәктә йәшәүсе халыҡтың 48 проценты был вирус барлығы тураһында белмәй. Вирусты аҙҙырмау, яман шеште иҫкәртеү юлдары тураһында бөгөн белгестәр Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа үткән түңәрәк өҫтәл артында һөйләште.
Сит илдә милли прививка календары сиктәрендә сабыйҙарға тыуғас та вакцина яһала. Шулай уҡ үҫмер саҡта ла прививка эшләтергә мөмкин. Әле республикала айырым төркөм балалар өсөн был вакцина алынған, шулай уҡ халыҡ диспансер тикшереү сиктәрендә был вирусҡа анализ бирә ала. Киләсәктә Кеше папилломаһы вирусынан вакцинаны милли календарға индеү ҡарала.



