Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенттары билдәле прозаик Динә Гаврилова менән осрашты Яҙыусының Башҡортостан сыуаштары тураһында дилогияһы башҡорт теленә лә тәржемә ителгән. Әҙәби осрашыуҙа буласаҡ филологтар романдарҙан видеоөҙөктәрҙе Башҡортостан юлдаш телеканалы алып барыусыһы Гөлнур Вәлиева башҡарыуында башҡортса тыңланы.
Автор фекеренсә, туған телдә яңғыраған нәфис һүҙ уҡыусыларға нығыраҡ тәьҫир итә. Йәнле һөйләшеү барышында студенттар яҙыусының ижад серҙәре, тормошҡа ҡарашы, киләсәккә маҡсаттары тураһында һорауҙарға яуаптар ишетте. Иң ҡыҙыҡлы һорау биреүсегә Динә Гаврилова үҙенең китабын бүләк итте.



