Шаран районында ла «Масленица» байрамы билдәләнде

Төбәктең үҙәк майҙанында үткән ҡышты оҙатып яҙҙы ҡаршы алыуҙа ғәҙәттәгесә, төрлө быуын һәм милләт вәкилдәре ҡатнашты. Байрам күңелле ярыштар, милли уйындар менән үрелеп барҙы. Шулай уҡ Шаран районы ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренең күргәҙмә-йәрминкәһе лә «Масленица»ның айырылғыһыҙ бер өлөшө булды. Сарала ҡатнашыусылар төрлө ярмаларҙан ҡойолған ҡоймаҡтар менән һыйланды, күңел асты.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ