Тормошто уңайлыраҡ итергә мөмкинлек биргән механизм. Быйыл Башҡортостанда урындағы башланғыстар проекттарына булышлыҡ итеү өсөн субсидиялар күләме арттырылды. Был үҙ сиратында ауыл ерендә йәшәүселәрҙең әүҙемләшеүенә килтерҙе
Башҡортостанда «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы» тиҫтә йылға яҡын уңышлы тормошҡа ашырыла. Унда ҡатнашыусылар ҙа йылдан-йыл арта. Был программа ярҙамында ауылдарға йән инә, халыҡтың йәшәйеше ыңғай яҡҡа үҙгәрә.
Проект сиктәрендә йыл һайын Хәлил ауыл биләмәһендә лә халыҡ өсөн мөһим эштәр башҡарыла. Ул да булһа клубтарҙы ремонтлау, урамдарҙы төҙөкләндереү, әруахтар йортон кәртәләү һәм башҡалар. Быйыл да берлектәге финанс ресурстарҙы файҙалынып урындағы халыҡ төп иғтибарын Әбделмәмбәт ауылына йүнәлтергә ниәтләй. Конкурста еңгән осраҡта улар зыярат ҡоймаһын яңыртырға иҫәп тота.






