Өфө районында бал ҡорто балауыҙы производствоһы асылды

«Урал» ойошмаһы цехында сәғәтенә 500 килограммға тиклем сифатлы продукция етештерелә башланы. Төбәк умартасыларынан йыйылған балауыҙ гранулаһы шәм, һабын, косметика етештереүҙә, аҙыҡ-түлекте оҙаҡ һаҡлау өсөн эшкәртеүҙә файҙаланыла. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙамһында.

Дарыуҙарҙарҙың, шәмдәрҙең өҫтөн ҡаплаған матдә бал ҡорто балауыҙынан етештерелә. Продукт ҡатмарлы сәнәғәт циклы үткәнгә тиклем бер нисә тәүлек ваҡыт китә. Өфө районында урынлашҡан «Урал» ойошмаһында бал ҡорто балауыҙы гранулалары ҙур күләмдә етештерелә башланы.

2021 йылда предприятие проектты тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостандың сәнәғәтте үҫтереү фондынан 13 миллион һум күләмендә льготалы займ алған. Фонд тарафынан урындағы ойошмаға күп яҡлы ярҙам күрһәтелә, сөнки республикала етештерелгән тауарҙарға ихтыяж арта.

Балауыҙ гранулаһын етештереү өсөн сеймал төбәк умартасыларынан килтерелә. Яңы йүнәлеште республиканың сәнәғәт һәм ауыл хужалығы министрлығы ла хуплаған.

Әле бал ҡорто балауыҙы гранулаһын етештереү цехында 30 хеҙмәткәр эшәлй. Предприятие етәкселеге киләсәктә цех майҙанын киңәйтеп эште автоматлаштырылған ысулға күсерергә ниәтләй.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ