Өфөлә «Экология. Ижад. Балалар» тип исемләнгән ҡала фестивален асыу тантанаһы үтте

«Йәшел Башҡортостан» республика проекты сиктәрендә ойошторолған сараның тәүмаҡсаты йәш быуында тәбиғәткә һөйөү һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, экологик мәҙәниәтте күтәреү.

Быйыл фестивалдә өҫтәмә белем биреү учреждениеларынан мең ярымдан ашыу бала ҡатнашыр тип көтөлә. Икенсел сеймалдан арт-объекттар һәм ҡул эштәре яһау, ғаиләләге экоғәҙәттәр тураһында видеояҙмалар әҙерләү һәм театрлаштырылған тамаша ҡуйыу буйынса конкурстар уҙғарыу ҡаралған. Шулай уҡ балалар мәктәп уҡыусылары проекттар аша тирә-яҡ мөхитте яҡшыртыу буйынса үҙ тәҡдимдәрен индерәсәк.

Фестивалде ойоштороусы булараҡ Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Өфө хакимиәтенең мәғариф идаралығы һәм балалар экология-биология үҙәге сығыш яһай. Күләмле сараға апрелдә йомғаҡ яһала.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ