Елләтеү каналдары һәм төтөн торбалары кем иҫәбенә ремонтлана, уларҙы тикшереү йышлығы ниндәй, газ үткәреү өсөн ташлама алыуға кемдәр хоҡуҡлы? Һорауҙарға яуап бөгөн Башҡортостан юлдаш телеканалында үткән брифингта яңғыраны. Тура эфирҙа тамамшасыларға тармаҡ белгестәре яуап бирҙе.
Башҡортостанда әле күп фатирлы 87 йортта йәшәүселәр зәңгәр яғыулыҡ менән файҙалана алмай. Улар Өфө һәм Белорет ҡалаларында урынлашҡан. Сәбәп төтөн торбаһы менән елләтеү каналдарындағы етешһеҙлектәргә бәйле. Хәүефһеҙлеккә бәйле рәсми күҙәтеү органдары уларҙы ҡулланыуҙы тыйған.






