Радий Хәбиров: "Санкция шарттарында яңы мөмкинлектәр бар"

"Алда ҙур һынауҙар көтә. Санкция баҫымы бар. Әммә Рәсәй һәм Башҡортостан иҡтисады тотороҡло булып сыҡты. Тиҙ арала яңы шарттарға яраҡлаштыҡ". Республика Башлығы Радий Хәбиров Мәскәү халыҡ-ара бәйләнештәр институты  студенттары  менән осрашыу барышында шулай тип  белдерҙе. - Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәре менән хеҙмәттәшлекте  нығытабыҙ.  Беҙҙең менән эшләргә  теләгән дәүләттәр менән бәйләнештәр булдырабыҙ, - тине  Радий  Хәбиров.

Фото №1 - Радий  Хәбиров: "Санкция шарттарында  яңы  мөмкинлектәр бар"
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ