Стәрлетамаҡта хәрби операцияла ҡатнашҡандар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам үҙәге эшләй. “Берҙәм тәҙрә” тәртибендә яугирҙәр һәм уларҙың яҡындары юридик, медицина, психологик һәм башҡа һорауҙар менән мөрәжәғәт итә ала. Бынан тыш, ярҙам күрһәтергә теләгән кешеләр ҙә ошонда килә. Үҙәктең эше хаҡында ҡала советы депутаты Рәмил Мансуров.
Республика Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә үҙәктең эшен хуплап сыҡты, ошондай уҡ ярҙам итеү урындарын башҡа муниципалитеттарҙа ла булдырырға тигән күрһәтмә бирҙе.







