Республикала тағы ла ике кеше юл фажиғәһе ҡорбанына әйләнгән. Ошо көндәрҙә Мәләүез районында 35 йәшлек Өфө вәкиле идара иткән «Лада Приора» һәм руль артында Мәләүез ҡалаһынан 60 йәшлек ир ултырған «Фольксваген Тигуан» машиналары бәрелешә.
Видеотеркәү кадрҙарынан күренеүенсә, «Лада» боролошта тайып китеп, ҡаршы һыҙатҡа сыға. Юл хәүефһеҙлеге идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, фажиғәлә Рәсәйҙә етештерелгән автомобиль водителе һәм уның 59 йәшлек пассажиры һәләк булған. Кроссовер водителе дауаханаға оҙатылған. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү ойошторолған.



