Өфө мәғариф учреждениелары финанс грамоталыҡ һәм эшҡыуарлыҡ буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһына ҡушылды

1-9-сы синыф уҡыусылары өсөн Рәсәй банкы, илдең финанс һәм иҡтисади үҫеш министрлыҡтары тарафынан ойошторолған ярыш дистанцион форматта - «Учи.ру» порталында уҙғарыла һәм март аҙағына тиклем дауам итә. 153-cө лицейҙа белем алыусылар - олимпиаданың даими ҡатнашыусылары. Күләмле сара сиктәрендә улар Рәсәй банкының Башҡортостан буйынса бүлексәһе - Милли банк идарасыһы Марат Кашапов менән осрашып, финанс һәм иҡтисад буйынса үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды.

2021 йылда олимпиадаға Башҡортостандан ун бер мең ярым уҡыусы ҡушылһа, былтыр был күрһәткес 38 мең балаға етте. Һөҙөмтәлә ҡатнашыусылар иҫәбе буйынса республика ил кимәлендә һигеҙенсе урын алды. Быйыл финанс грамоталыҡ һәм эшҡыуарлыҡ буйынса белемен тикшерергә теләүселәр тағы ла күберәк булыр тип ышанабыҙ

Марат Кашапов, Рәсәй Банкының Башҡортостан буйынса бүлексәһе - Милли Банк идарасыһы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ