Бәйге хәрби-патриотик айлыҡтың һуңғы сараһы булды. Ярыш махсус хәрби операцияла һәләк булған Өмөтбай егете Ғәзиз Мөхәмәҙиевтың иҫтәлегенә арналды.
«Йәгеҙ әле, егеттәр» район конкурсының тап Өмөтбай мәктәбендә үтеүе юҡҡа түгел. Улар бер-нисә йыл рәттән районда алдынғылыҡты бирмәйҙәр. Йомғаҡлау бәйгеһендә зона ярыштарында еңеүселәр Баймаҡ лицей-интернаты, Өмөтбай, Темәс, Беренсе Эткол, Йомаш мәктәбе командалары көс һынашты. Турникта тартылыу, гирь күтәреү, автомат һүтеп-йыйыу, хәрби әҙерлек буйынса үҙҙәренең таһыллығын күрһәтте.
Бындай саралар егеттәрҙе әрме хеҙмәтенә әҙерләй, күптәр өсөн командаға эләгеү ҙур мәртәбә. Ярышҡа үҙҙәрен хәрбиҙәрсә тотҡан егеттәр яҡшы әҙерлек менән килә, төрлө һынауҙарҙы еңел үтәләр.
«Ватаныма хеҙмәт итәм» күргәҙмәһе сарала ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Уны Темәс Тарих‐тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре әҙерләй. Күргәҙмәлә Бөйөк Ватан һәм Афған һуғыштары осоронда ҡулланылған әйберҙәр халыҡ ихтибарына тәҡдим ителде.
Конкурс талаптарын башҡарып, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән Өмөтбай мәктәбе командаһы быйылда еңеүсе итеп танылды. Улар ДОСААФ ойошмаһы бүләгенә лайыҡ булды. 3-сө урын Темәс мәктәбенә, 2-се урын Баймаҡ-лицей интернатына бирелде.
Раушания Рәхимова






