Бөгөн Өфөнөң «Салауат Юлаев» клубы үҙ боҙонда плей-офф серияһын башлай

Тәүге матчты юлаевсылар Владивостоктың «Адмирал»ы менән уҙғара. Ошо уҡ команда менән икенсе матч 3 мартта «Өфө-Арена» боҙонда үтә. Артабан комнадалар 5 һәм 7 мартта Владивостокта осраша. Быға тиклем «Адмирал» Өфөгә 14 ғинуарҙа килгәйне. Ул көндө уйын хужалар файҙаһына 2:0 иҫәбе менән тамамланды. Бөгөнгө уйын киске сәғәт 7-лә башлана. Матчтың тура трансляцияһын беҙҙең телеканалда ҡарағыҙ.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ