Радий Хәбиров плей-офф башланыр алдынан республиканың төп хоккей командаһы менән осрашты

Ҡыҙыу уйындар алдынан төбәк башлығының спортсылар менән осрашыуы матур йолаға әйләнде. Ошондай осрашыуҙар хоккейсыларға ышаныс , ә көйәрмәндәргә өмөт бирә. Юлаевсыларҙың тәүге дәғүәселәре Владивостоктың «Адмирал» командаһы. Өфө хоккейсылары был клуб менән плей-оффта беренсегә осраша. Радий Хәбиров юлаевсыларға сағыу хоккей миҙгеле һәм лайыҡлы урын өсөн рәхмәтен белдерҙе.

Салауат Юлаев хоккей командаһы сериялағы тәүге уйынын бөгөн уҙғара. Матчты беҙҙең телекананал яңылыҡтар сығарылышынан һуң тура эфирҙа күрһәтә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ