1745 йылда төҙөлгән комплекс Халыҡ-ара кимәлдә айырыуса ҡиммәтле тип танылды.
Был завод - Көньяҡ Уралдағы иң ҙур метталлургия производстволарының береһе һаналған, унда 150 йыл эшләү дәүерендә Рәсәй империяһынан ситтә лә ихтыяж менән файҙаланған 27 мең 700 тоннаға яҡын таҙа баҡыр сығарылған.
Уникаль сәнәғәт мираҫын һаҡлау буйынса респубикала һөҙөмтәле эш алып барыла, архитектура объекттары тирәләй тейешле инфраструктура булдырыла. «Арт-үҙәк Воскресенск заводы» йәмәғәт киңлеге барлыҡҡа килеүе - уңышлы башланғыстарҙың береһе.
Артабан Воскресенск картиналар галереяһын - Нестеров исемендәге художество музейының филиалын реставрациялау ҡарала. Ул заводтан алыҫ түгел урынлашҡан һәм берҙәм тарихи-мәҙәни комплексҡа инә
Әйтәйек, заводҡа башлыса урындағы халыҡ эшкә йәлеп ителгән. Тап башҡорттар баҡыр ятҡылыҡтарын табыуҙа ярҙам иткән.



