Өфөлә «Ағиҙел» журналының 100 йыллыҡ юбилейына арналған түңәрәк өҫтәл ойошторолдо

Бер быуатлыҡ юбилей. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала «Ағиҙел» әҙәби-нәфис һәм публицистик журналдың 100 йыллыҡ юбилейына арналған түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.

Ғалимдар, яҙыусылар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашлығында үткән сарала журналдың йәмғиәт үҫешенә йоғонтоһо, заман әҙәбиәтендә тотҡан роле хаҡында фекерҙәр яңғыраны. Әҙәби журнал 1923 йылдың мартында «Яңы юл» булараҡ сыға башлаған. Һуңынан «Октябрь», «Әҙәби Башҡортостан» исемдәре аҫтында донъя күргән. «Ағиҙел» булараҡ ул 1961 йылдан нәшер ителә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ