Аргун тарлауығындағы ҡанлы бәрелештә 90 һалдаттың тик алтауһы ғына тере ҡала. Яуҙа башын һалғандар араһында ике Башҡортостан вәкиле - Александр Доставалов менән Роман Афанасьев та була. Тиңһеҙ батырлығы өсөн Александр Доставалов һәләк булғандан һуң Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ була. Ошо уҡ алышта ғүмере өҙөлгән Роман Афанасьев «Батырлыҡ» ордены менән бүләкләнә. Геройҙарҙы иҫкә алыу саралары республиканың бер нисә ҡалаһында уҙҙы.
2000 йылдың 29 феврале. Чечен республикаһы. Аргун тарлауғынан хәрәкәт иткән террористарҙы туҡтатыу маҡсатында бер нисә отряд тауҙарҙа йәшенә. Береһе тулыһынса атып үлтерелгәс, яугирҙар сигенмәй. Көстәр ҙә тигеҙ түгел. Псков десантсылары йөҙгә лә тулмағанда, боевиктар 2 меңдән ашыу була.
Тиңһеҙ алышта батальон командиры ярҙам һорай, әммә етәкселек мөрәжәғәтте кире ҡаға. Майор Александр Доставалов ҡатмарлы ҡарар ҡабул итә: командование приказын инҡар итеп, тиҫтәләп яугирҙан торған взвод менән алыш майҙанына юл тота. Юғалтыуҙарһыҙ барып етәләр. Алышта бер нисә йәрәхәт алыуына ҡарамаҫтан, Доставалов һуңғы сиккә тиклем десантсылар менән етәкселек итә. Һәләк булғандан һуң, 36 йәшлек Һауа-десант ғәскәрҙәре майоры Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ була. Батырҙың яҡташтары уның тураһындағы хәтерҙе ҡәҙерләп һаҡлай. Бөгөн Өфөнөң Еңеү паркында урынлашҡан XX быуат локаль һуғыштарында һәләк булғандар һәйкәленә сәскә һалдылар.
Аргун тарлауығында батырлыҡ күрһәтеп һәләк булған десантсылар иҫтәлегенә митинг Башҡорт кадет корпусында үтте. Хәрби-уҡыу йорто 2013 йылдан бирле Александр Доставалов исемен йөрөтә. Кадеттар уның бюсына сәскә һалып, патриотик йырҙар башҡарҙы.
Ҡанлы бәрелештә ҡул һуғышы башлана. Һалдаттар сапер көрәктәре һәм штык-бысаҡтар менән алыша. Яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, тарлауыҡта 400-ҙән 700-гә тиклем боевик ҡырыла. 6-сы рота составында Бәләбәй районы вәкиле Роман Афанасьев та була. 20 йәше тә тулмаған һалдат ғүмере Аргун тарлауығында өҙөлә.
Аргун тарлауығындағы алыш икенсе Чечен һуғышының иң ҡанлы бәрелештәренең береһе һанала. Ул саҡта 90 яугирҙан тик алтауһы ғына бейеклектә таң ҡаршылай. Хәрби бурысын үтәгәндә, 84 яугир башын һала, шул иҫәптән 13 офицер. Үҙ ғүмере хаҡы менән террористар юлын ҡыйған герой исемдәре тарих биттәрендә алтын хәрефтәр менән яҙылып һаҡланасаҡ.
Рәзилә Ғиниәтуллина




