Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың тәүге рәйесе эшләгән Михаил Зайцевтың тыуыуына 85 йыл

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың тәүге рәйесе, 90-сы йылдар башында халыҡ депутаттарының Өфө ҡала советы рәйесе, баш ҡала хакимиәте башлығы булып эшләгән Михаил Зайцевтың тыуыуына 85 йыл. Билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәренең иҫтәлегенә бөгөн Өфөлә ғилми-ғәмәли конференция үтте, хәтер саралары ойошторолдо. Михаил Зайцевтың ҡануниәт, ҡала үҫешендәге роле хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Тәжрибәле етәксе, үҙ эшенең оҫтаһы, новатор. Михаил Зайцев Советтар Союзы тарҡалғандан һуң Өфө менән идара итеүгә халыҡ тарафынан һайлап ҡуйылған тәүге мэр була. Ә 90-сы йылдар уртаһында ул яңы ғына ойошторолған Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың рәйесе итеп тәғәйенләнә, Башҡортостан парламентаризмына нигеҙ һалыуҙа ҡатнаша. Әммә Михаил Зайцев юғары вазифалар биләһә лә ябайлығын, ихласлығын, хатта, сабыйҙарса бер ҡатлылығын юғалтмай.

Михаил Алексеевич нурлы, асыҡ күңелле кеше ине. Әммә ғәҙел һәм талапсан да булды. Беҙ бөгөн дә нимәлер эшләр алдынан ул ниндәй баһа бирер ине тип уйлап алабыҙ.Сөнки Михаил Зайцевтың ғаилә ағзаһы булыу үҙе үк оло яуаплылыҡ өҫтәй, беҙ уның исеменә тап төшөрмәҫкә. яҡты иҫтәлеген һаҡларға тырышабыҙ.

Андрей Греб, Михаил Зайцевтың кейәүе

Михаил Зайцев сығышы менән Шишмә районы Боголюбовка ауылынан. Шулай ҙа уның бар ғүмере баш ҡала менән бәйле. Михаил Алексеевич Өфө дәүләт аваиация-техник университетында белем ала, хеҙмәт юлы Өфө электр лампаһы заводында башлай. Артабан инде ул үҙен партия һәм дәүләт эшенә бағышлай.

Михаил Зайцев республика тарихында яҡты эҙ ҡалдырған шәхес. Уға Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы, Башҡортостан парламенты рәйесе булып эшләгәндә лә юғары һөнәри оҫталығы, үҫеш, эҙләнеүҙәр юлында булыуы менән айырылып тора. Михаил Алексеевич эшкә талапсан, бурыстарға яуаплы ҡараһа ла кешеләргә ҡарата ябай, асыҡ, ихлас мөнәсәбәттә була.

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙағы күргәҙмәлә Михаил Алекссевичтың бар булмышы сағыла. Фотоһүрәттәрҙән асыҡ сырайлы, яғымлы, мөләйем уҙаман ҡарай. Ябайлыҡта бөйөклөк тигән һүҙҙәр тап уның асылына тура килә.

Михаил Зайцевтың Өфө ҡалаһын, ҡануни системаны үҫтереү буйынса һалған башланғыстары бөгөн дә дауам ителә. Йәш быуын ул һалған нигеҙгә таянып ныҡлы киләсәк төҙөй. Михаил Алекссевич замандаштары өсөн һөнәри оҫталыҡ өлгөһө, остаз да була.

Ғилми-ғәмәли конференцияла Михаил Зайцевтың ҡануниәт системаһын, Өфө инфрастурктураһын үҫтереүгә индергән өлөшө хаҡында һүҙ барҙы, йәш кадрҙар тәрбиәләү буйынса эш тәжрибәһе ҡаралды. Сөнки Михаил Алексеевичтың тормош һәм хеҙмәт юлы бөгөнгө быуын өсөн дә һөнәри оҫталыҡ, эшһөйәрлек, кешелеклек өлгөһө булып ҡала.

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ