Башҡортостанда яҙғы баҫыу эштәренә 23 млрд һум аҡса бүленә

Аҡсаларҙың төп өлөшөн дәүләт тарафынан ҡаралған ташламалы кредиттар тәшкил итә. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Ауырғазы районында ойошторолған аграрийҙарҙың төбәк семинарында хәбәр итте. Осрашыуҙа сәсеү миҙгеленә әҙерлек, тракторҙарҙы һәм ҡоролмаларҙы тәртипкә килтереү, орлоҡтарҙы барлау һәм башҡа эшлекле һорауҙар ҡаралды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Ауырғазы районында урынлашҡан «Уңыш» ауыл хужалығы кооперативында эштең байтаҡ өлөшө автоматлаштырылған рәүештә башҡарыла. Яңыртылған иген эшкәртеү ҡоролмалары төбәк аграрийҙары өсөн өлгө булып тора. Ауыл хужалығы тармағы эшсәндәренең зональ семинарында республика аграномдары, белгестәр, предприятие етәкселәре ҡеүәтле цех эшмәкәрлеге менән танышты.

Республика аграрийҙары баҫыу миҙгеленә әҙерлек сиктәрендә уртаҡ мәсьәләләрҙе барлап һөҙөмтәле эш ойоштороу планын билдәләне. Быйыл төбәктә 2 млн 800 мең гектар ер участкаһында сәсеү эштәре көтөлә. Ҙур майҙандың 15 процентында элиталы орлоҡтар ултыртыу күҙаллана. Хәйер, республика хужалыҡтарында улар етәрлек кимәлдә йыйып алынған.

Сәсеү кампанияһы ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн иң яуаплы осорҙоң береһе иҫәпләнә. Шуға ла матди-техник базаны тәртипкә килтереү көҙҙән үк башлана. 15 апрелгә тиклем тракторҙар һәм башҡа машиналар тикшереү үтеп бөтөргә тейеш. Төбәктә етештерелгән продукцияны эшкәртеү һорауҙары ла иғтибар үҙәгендә булды. Күп яҡлы дәүләт ярҙамы, ташламалы кредиттар, субсидия башланғыстарҙы тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк.

Ауырғазы районында үткән ауыл хужалығы зональ семинары барлығы 200-ҙән ашыу белгесте берләштерҙе. Яҡын арала тағы дүрт районда аграрийҙар осрашыуы көтөлә. Ауыл хужалығы эшсәндәре көтөп алған баҫыу кампанияһы йылдағыса тулы һәм теүәл әҙерлек менән башланыр тип күҙаллана.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ