Предприятиела сәнәғәт туризмы 2020 йылдан асылған, былтырҙан алып уны эске һәм халыҡ-ара баҙарҙа үҫтереү өсөн федеарль программала ҡатнаша. Тимер һәм ял итеү араһындағы уртаҡлыҡ нимәнән ғибарәт. Заводтан БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева әҙерләгән яҙмала.
«Тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ» тигән әйтемде бында туп тура мәғәнәһендә күрергә, хатта уның утта яныуының эҫеһен тойорға мөмкин. Ҡорос 1500 градуста сыныҡтырыла, артабан формаларға ҡойола.
Туристарҙы эҫе яҡҡа түгел, Башҡортостандағы ошондай сәнәғәт предприятиеларына алып киләсәк туроператорҙар. Заводта уларға нимә күрһәтергә мөмкин, тәүҙә үҙҙәре килеп ҡарай. Экскурсия производствоның башынан әҙер продукцияға тиклем цехтарҙа ҡаралған. Мәктәп балалары һәм хаҡлы ялдағыларға ла завод ишектәре асыҡ була.
Башҡортостанға эвакуацияланған күп кенә предприятиеларынан айырмалы, баҡыр иретеү заводы 18-се быуатта Матвей Мясников тарафынан булдырылған һәм артабан бында ҡала үҫеп сыҡҡан. Рәсәйҙә ул улы производство циклы булған боронғо заводтар исемлегендә.
Республикалағы ошондай 8 предприятие стратегик инициативалар агентлығы үткәргән конкурсты үтеп Бөтә Рәсәй акселераторында ҡатнаша.
Производстволар өсөн туристарҙы үҙ майҙанына индереү профориентация өсөн дә файҙалы. Уҡыусылар, студенттар хеҙмәт урыны, эш үҙенсәлектәре менән яҡындан таныша ала.
Рәмилә Исмәғилева






