Башҡорт дәүләт педагогия университетында Әмир Әминевтың 70 йәшлек юбилейы уңайынан осрашыу үтте

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында халыҡ яҙыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Рәсәйҙең ҙур әҙәби премияһы лауреаты Әмир Әминевтың 70 йәшлек юбилейы уңайынан осрашыу үтте. Әҙиптең уҡыусылар менән осрашыуы хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.

«Ҡытай-ҡала», «Бер кәмәлә». Башҡорт әҙәбиәтенә яңы һулыш индерә әҙиптең был әҫәрҙәре Әмир Әминев башҡорт әҙәбиәтендә һүҙ ҡәҙерен белгән, социаль тематиканы хикәйә, повесть кеүек жанрҙарҙа оҫта итеп асыусы һәм күрһәтә белеүсе ҡәләм оҫтаһы. Рухи-әхлаҡи мәсьәләләр аша яҙыусы хәҙерге замандың быуындар мәнәсәбәттәре үҙенсәлектәрен аса. Ҡәләм оҫтаһының күп кенә әҫәрҙәре мәктәп программаһына ла индерелеүе менән ҡиммәтле.

Әмир Әмневтың тәүге әҫәрҙәре 1975 йылда донъя күрә. Һуңынан бер-бер артлы «Ҡайын япрағы», «Йәшлегем моңдары», «Өйөрмә», «Ҡапҡалар», «Коллегаларым хаҡында», «Бер кәмәлә» китаптары донъя күрә. Әҙип «Ағиҙел» әҙәби-нәфис һәм публицистик журналда ун һигеҙ йыл дауамында әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире, хеҙмәткәр, яуаплы сәркәтип вазифаларын башҡара, 14 йыл дауамында баш мөхәррир булып эшләй.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы етмеш йәшлек ғүмер байрамын 40 ашыу повесть һәм хикәйәләр авторы булараҡ ҡаршыланы. Әҙип бөгөн дә ил уртаһында ҡайнап йәшәй, уҡыусылары менән осрашыуҙарға йөрөй, ҡыҙыҡлы яҙмыштарҙы өйрәнә. Халыҡ яҙыусыһының тоғро уҡыусылары әҙиптән яңынан-яңы ижади әҫәрҙәр көтөп ҡала.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ