Башҡортостанда өс белем биреү кластеры булдырыла

Улар химия, тау-байыҡтырыу һәм машиналар эшләү колледждарында ойошторола. Кластерҙар “Профессионалитет” федераль проектына ярашлы асыла. Улар Стәрлетамаҡ һәм Учалы ҡалаларында була. “Беҙ ил бюджетынан 300 миллион һум йәлеп иттек. Башҡортостан хөкүмәте һәм республика предприятиелары ла ошондай сумма бүлә”, - тип белдерҙе Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. Уҡытыу программаһы эш биреүсе ҡуйған талаптарға яраҡлаштырылған.  Белем биреү кластерҙарына йыл һайын федераль ҡаҙнанан бер нисә миллиард һум аҡса йүнәлтеү ҡарала.

Фото №1 - Башҡортостанда өс белем биреү кластеры булдырыла
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ