“Башинформ” агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Даян Мурзин исемендәге отрядҡа 50 йәштән өлкәндәр, “Төньяҡ Амурҙары” тип аталған батальонға 50 йәшкә тиклемге доброволецтар ҡабул ителә. Хәрби хәрәкәттәр ветераны, ирекле батальондар штабы етәксеһе Борис Гордеев белдереүенсә, Өфөлә офис 27 февралдән эшләй. Ике көндә 30-ҙан ашыу кеше ғариза тапшырған. Башҡортостанда быға тиклем өс ирекле батальон ойошторолдо. Рәсәй Геройҙары Миңлеғәли Шайморатов һәм Александр Доставалов, шулай уҡ Салауат Юлаев исемендәге хәрби берләшмә яугирҙәре махсус операция биләмәһендә бурыстарын үтәй.







