Республикала урта мәктәптәргә танылған шәхестәрҙең исеме бирелә

Махсус хәрби операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яугирҙәргә мемориаль таҡтаташ асыла. Башҡортостан Хөкүмәтенең ошо турала ҡарары бар. Бөйөк Ватан һуғышы яугире, Советтар Союзы Геройы Сафа Хәсәновтың исеме Стәрлебаш районы Елембәт белем усағына бирелгән. Федоровка районы Покровка мәктәбе Антарктиданы тикшереүсе Беренсе совет диңгеҙ экспедицияһы етәксеһе Геннадий Казанин исемен йөрөтәсәк. Ул ошонда белем алған. Тулы исемлек менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға була. 

Фото №1 - Республикала урта мәктәптәргә танылған шәхестәрҙең исеме бирелә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ