Баш ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү айлығы 3 апрелдән 14 майға тиклем үтә. Яҙғы өмәләр һәр шәмбе уҙғарыла. Унда ойошмалар хеҙмәткәрҙәре һәм ҡала халҡы ҡатнаша. Коммуналь хеҙмәттәргә сүп-сарҙы сығарыу өсөн техника бирергә ҡушылған.







