Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһында илдең оборона предприятиеларының береһе булған «Авангард» заводының 80 йыллығына арналған саралар үтә. Ошо уңайҙан Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә завод ветераны, хеҙмәт династияһын булдырыусы Айҙар Әхмәтгәрәев тураһында яҙып сыҡты.
Ғаиләнең заводҡа биргән дөйөм стажы 112 йыл. «Авангард» үҙе туҡтауһыҙ яңырыу кисергән, инновацион технологик процестар үҙләштерелгән үҙенсәлекле предприятие. Завод майҙансығында индустриаль парк эшләй, уның продукцияһына нефть газ һәм химия сәнәғәте компанияларында һорау ҙур. Әхмәтгәрәевтар династияһы һәм завод эшсәндәрен 80 йыллыҡ юбилей менән ҡотлайым, тип белдергән Башҡортостан етәксеһе.






