1 марттан юлдарҙа түңәрәк буйынса хәрәкәт итеү ҡағиҙәһе үҙгәрҙе

Бынан ары өҫтөнлөк төп юлдан килеүселәргә бирелергә тейеш. Бөгөн рейдҡа сыҡҡан Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре водителдәр араһында аңлатыу эштәре лә алып барҙы. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Рейд уҙғарыу өсөн Өфөнөң Октябрҙең 50 йыллығы урамы башланған урын осраҡлы һайланмаған - тәүлегенә генә бында меңдәрсә машина үтә. Шуға ла Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре аңлатыу эштәрен көсөргәнешле участканан башларғ аҡара иткән.

Юл йөрөү ҡағиҙәләрендә үҙгәрештәр 1 марттан ғәмәлгә инде. Автомәктәптәрҙең уҡытыу программаһында улар менән йыл башынан таныштыра башлағандар. Йәмғеһе бығаса булған билдәләргә автобус хәрәкәтен сикләү, шәхси мобиль саралар һәм электромобилдәрҙе зарядландырыуға бәйле 4 яңыпункт өҫтәлде..

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрендә туҡталыу урындарына бәйле булған үгәрештәр ҙә бар. Билдәгә йәнәш ҡуйылған йоп һәм таҡ һандарға иғтибарлы булыу кәрәк. Әгәр ҙә быға тиклем сикләү киске сәғәт 7-нән 9-ға тиклем булһа, бөгөндән 9-ҙан 12-гә тиклем үҙгәртелде.

Руслан Сафин, автомәктәп уҡытыусыһы

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә индерелгән үҙгәрештәр автоһәүәҫкәрҙәргә генә түгел, самокат, монотәгәрмәс, гироскутерҙарҙа елдереүселәргә лә ҡағыла. 1 марттан ғәмәлгә ингән яңылыҡ буйынса билдәләрҙе инҡар иткәндәргә штраф ҡаралған.

Азат Ғәлиуллин

Волна
Акции БСТ