«Көньяҡ ҡапҡа» транспорт проекты сиктәрендә төҙөлә башлаған күпергә тәүге ике урҙа урынлаштырылды

Оҙонлоғо 33 метр тәшкил иткән ҡеүәтле бетон-тимер ҡоролмалар яңы юл объектының мөһим өлөшө булып тора. Тәүлек әйләнәһенә сменаға бүленеп эшләгән эшселәргә барлығы 80 урҙа ҡуйырға кәрәк буласаҡ. Пугачев урамы менән Софья Перовскаяны тоташтырасаҡ алты һыҙатлы юл 2024 йыл аҙағына файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Уның барлыҡҡа килеүе баш ҡаланан сығыу юлында транспорт хәрәкәте көсөргәнешлеген күпкә кәметәсәк, тип көтөлә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ