Вуз-ара студент кампусының беренсе сираты буйынса баш дәүләт экспертизаһы тарафынан күрһәтелгән техник өлөшкә ҡағылышлы етешһеҙлектәрҙең 75 проценттан ашыуы бөтөрөлгән. Был турала Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров белдерҙе. Уның рәйеслегендә донъя кимәлендәге Евразия фәнни-мәғариф үҙәген төҙөү мәсьәләләре буйынса сираттағы кәңәшмә үтте.
Әле кампус төҙөүгә бәйле ҡайһы бер һорауҙарҙы көйләү эксперттар ҡарауында. Шулай уҡ айырым конструктив һәм технологик ҡарарҙар буйынса проект документацияһы әҙерләнә. Евразия фәнни-мәғариф үҙәге вуз-ара студент кампусы 2026 йылда файҙаланыуға тапшырылып, бизнес, фән һәм алдынғы белем биреүҙе интеграциялау майҙанына әүереләсәк.



