«Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһының сираттағы осрашыуы Күмертау ҡалаһында үтте

Гүзәл заттарға - яҙ кәйефе. «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһының сираттағы осрашыуы Күмертау ҡалаһында үтте. Матурлыҡ, сәләмәтлек, спорт рухында ойошторолған байрамда 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Оҫталыҡ дәрестәренән һәм йөкмәткеле аралашыуҙан торған осрашыу сиктәрендә замана ҡатын-ҡыҙҙарының тормошона бәйле программа тәҡдим ителде.

Асыҡ академияның төп майҙансыҡтарының береһе «Сәләмәтлек биләмәһе»ндә баш ҡаланан килгән табиптар эшләне. Маммолог, гинеколог, эндокринолог, терапевт, дерматолог, косметолог һәм башҡа белгестәр күп яҡлы консультация алып барҙы. Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында ойошторолған күсмә сара республиканың барлыҡ район-ҡалаларын да урап үтәсәк.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ