Өфөлә Рудольф Нуриевтың 85 йыллығына арналған картиналар күргәҙмәһе асылды

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры музейында Рудольф Нуриевтың 85 йыллығына арналған картиналар күргәҙмәһе асылды. Уның авторы - Санкт-Петербург рәссамы Лариса Әхмәҙиева. Экспозицияла 35 эш тәҡдим ителгән.

Балетмейстер Рудольф Нуриевтың сәхнә тормошон сағылдырған картиналарҙан тыш, күргәҙмәлә Сергей Аксаков, Федор Шаляпин һынландырылған рәсемдәр урын алған. Эштәрҙең бер өлөшөн рәссам Лариса Әхмәҙиева баш ҡалала асыласаҡ Рудольф Нуриев музейы фондына бүләк итергә ниәтләй. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры музейындағы күргәҙмә менән 15 мартҡа тиклем танышырға мөмкин.

Балет сәнғәте мине күптән ҡыҙыҡһындыра. Күп кенә хореографтар менән танышмын. 2020-2021 пандемия йылдарында спектаклдәр ҡарап Рудольф Нуриевтың ижады менән яҡындан таныша алдым. Уның һәләтенә иҫем китте. Төндәрен йоҡламай картиналар яҙа башланым. Күргәҙмәлә өр-яңы ғына эштәрем дә бар.

Лариса Әхмәҙиева, рәссам
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ