Башҡортостанда табиптар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре быйыл ай һайын 4 мең ярымдан 14 мең ярым һумға тиклем махсус социаль түләүҙәр ала. Республика Башлығы Радий Хәбиров ошо туралағы указға ҡул ҡуйҙы.
2023 йылдың 1 ғинуарынан 31 декабренә тиклем мотлаҡ медицина страховкалауының база программаһына инмәгән ашығыс медицина ярҙамы, граждандарға беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәткән, шул иҫәптән төп ауырыу буйынса диспансер күҙәтеүе күрһәткән медицина хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостан бюджеты аҡсаһы иҫәбенә ай һайын махсус социаль түләүҙәр ҡарала, - тиелә указда.
Атап үткәндә, ашығыс ярҙам психиатрия бригадаһын саҡыртыу буйынса шәфҡәт туташтары һәм ошо структураларҙың кесе медицина персоналы - 4 мең ярым, территориаль-участка принцибы буйынса беренсел медицина - санитар ярҙам күрһәткән урта профилле белемле белгестәр 6 мең ярым, фельдшерҙар һәм махсус махсус махсус бригадалар шәфҡәт туташтары - 7 мең, ошондай бүлек табиптары - 11 мең ярым, «ашығыс» машина водителдәре - 12 мең, участка табиптары 14 мең ярым һум аласаҡ.






