Стәрлетамаҡ районында урынлашҡан «Алға» махсус иҡтисади биләмәлә быйыл яңы завод төҙөлә башлаясаҡ

Стәрлетамаҡ районында урынлашҡан «Алға» махсус иҡтисади биләмәлә быйыл октябрҙә яңы завод төҙөлә башлаясаҡ. Синтетик майлы спирт етештереү предприятиеһын «Фарус» йәмғиәте инвестициялай. Проект 21 миллиард һум менән баһалана һәм тотош илдә өҫтөнлөклө статусы алды.

Бөгөн Башҡортостан башлығы йәмғиәт етәкселеге менән осрашып проекттың тормошҡа ашырылыуы менән ҡыҙыҡһынды. Компания идараһы рәйесе Линар Фәттәхов әйтеүенсә, завод 2025 йылда эшләй башласаҡ. Донъяла тиңе булмаған технология ҡулланасаҡ предприятиела 400 ашыу эш урыны булдырыла.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ