«Салауат Юлаев» клубы легионеры Джош Хо-Сэнг быйылғы миҙгелдә үҙенең тәүге тулы уйынын үткәрҙе

Америка хоккейсыһы өсөнсө звенола уйнаған Алексей Пустозёровты алмаштырҙы. Йәш уйынсыбыҙ йәрәхәтләнеү сәбәпле, плей-оффтағы тәүге осрашыуын ситтән күҙәтергә мәжбүр булды.

Владивостоктың» Адмирал» клубына ҡаршы беренсе уйын айырыуса көсөргәнешле үтте. Иҫәпте моряктарҙың һөжүм итеүсеһе Данил Фәйзуллин асты. Артабан Александр Хмелевский юлаевсыларҙың күпселектә булыуын файҙаланып яуап шайбаһы индерҙе. Уға Александр Кадейкин һәм Михаил Науменков пас бирҙе. Өсөнсө осорҙа командалар уңышҡа өлгәшә алманы, ә бына овертаймда Прохор Корбит дәғүәселәргә 2-1 иҫәбе менән еңеү килтерҙе.

Шулай итеп, «Адмирал» серияла 1-0 иҫәбе менән алда сыҡты. Яҡтар араһында киләһе уйын 3 мартта, «Өфө-Арена» боҙ һарайында уҙа. Әйткәндәй, быйылғы Гагарин кубогы сенсациянан башланды. Сөнки фавориттарҙың барыһы ла уңышһыҙлыҡҡа тарыны.

Континенталь хоккей лигаһы тарихында бындай хәлдең теркәлгәне юҡ ине әле. Мәҫәлән «Аҡ Барс» «Нефтехимик»тан, Нева буйы армеецтары Минскиҙың «Динамо»һынан, ә «Локомотив» «Витязь» клубынан отолдо. Бөгөн плей-офф сиктәрендә тағы ла 4 уйын уҙасаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ