Республика халыҡ ижады үҙәгенән «Селтәр» башҡорт халыҡ костюмы студияһы

Был студия әйҙәүсе-белгес, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлгөнә Баймырҙина тарафынан 2015 йылда ойошторолған. Бөгөн студияның эштәре милли байрамдарҙы биҙәй, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдә лә танылыу яулай. Башҡорт халыҡ костюмын терегеҙеүселәрҙең ижады менән беҙҙең ижади төркөм дә танышты. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Фәнисә Миңғәлимова башҡорт халыҡ кейемен тергеҙеү студияһына ейәне Асҡар, ейәнсәре Мәҙинәне лә йәлеп иткән. Өсөнсө йыл ғына шөғөләнеүҙәренә ҡарамай, уңыштары ярайһы . Хәситә, таҡыялар,сағыу төҫтәге ҡайыштар менән хатта төбәк-ара конкурстарҙа призлы урындар яулағандар.

Өләсәйем менән боронғо хәситәне тергеҙҙек. «Тамға» конкурсында өсөнсө урын алдым. Әлеге ваҡытта мин сәсмәүерҙәр эшләү менән мәшғүлмен. Бер пар сәмәүерҙе эшләү өсөн ике сәғәт ваҡыт ваҡыт китә.

Мәҙинә Ғәлиева, Республика Халыҡ ижады үҙәгенең «Селтәр» башҡорт милли кейем студияһында шөғөлләнеүсе

Халыҡ студияһы етәксеһе Фатима Хәйретдинова үткәргән оҫталыҡ дәрестәрендә меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр күлдәктәре, алъяпҡыстар, ҡашмауҙар, таҡыялар борон ата-бабаларыбыҙ ҡулланған һәм кейеп йөрөгән өлгөләрҙән ҡарап тергеҙелә. Альяпҡыс, янсыҡтар һәм ҡайһы бер күлдәктәрҙә тамбурлы сигеү алымдары ҡулланыла. Яурын аша һалына торған хәситәләрҙе тергеҙеүгә лә ҡатын -ҡыҙҙар ҡыйыу тотонған.

Түшелдерек, хәситәләрҙең төрлө төбәктә таралған өлгөләрен тергеҙеүҙән тыш,селтәрҙәр бәләкәй сувенир рәүешендәгеләрен дә ижад итә.

Борон-борондан башҡорт ҡатын ҡыҙҙары яу сапҡан ир-егеттәренә изге доғалар юллап, махсус янсыҡтар теккән. Бөгөн дә халыҡ кейемен терегеҙеүселәр боронғо традицияларға тоғролоҡ һаҡлай.

«Селтәр»башҡорт халыҡ кейемдәре студияһы ағзалары Ҡазанда «Бейе, Рәсәй!»конкурсында финалға үтеп беренсе урын яулаған, Һамар ҡалаһындағы конкурста ла улар ике номинацияла еңеүселәр булып танылған.

Башҡорт халыҡ костюмын тергеҙеүселәр һәр ваҡыт эҙләнә, яңы идеялар тәҡдим итә. Улар 16-17 мартта Балтаста үтәсәк»Йәш килен» республика конкурсында ҡатнашасаҡ, июль айында иһә Абхазияла «Алтын мпйҙан» халыҡ-ара конкурсында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.

Башҡалабыҙ Өфөлә «Селтәр» студияһы асылыуға 7 йыл. Быйылдан был студия халыҡ исемен йөрөтә. Өс тиҫтәнән ашыу ҡатын-ҡыҙ «Селтәр» халыҡ студияһыннда традицион башҡорт халыҡ кейеме өлгөләрен тергеҙеү менән мәшғүл.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ