Стәрлебаш районының Түбәнге Аллағыуат ауылы «Айыҡ ауыл» республика бәгеһендә ҡатнаша

Ошо уңайҙан урындағы халыҡ спорт ярыштары, шиғриәт бәйгеһе ойошторҙо. Бынан тыш, онотолоп барған йолаларҙы тергеҙеп баш ашын ашау байрамын күрһәтте, уны үткәреү нескәлектәре менән таныштырҙы. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Түбәнге Аллағыуат ауылы республикала иғлан ителгән конкурстарҙан ситтә ҡалмаҫҡа тырыша. Быға 2017 йылдан алып «Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы»нда ҡатнашып килеүҙәре асыҡ дәлил. Алты йыл дауамында программа сиктәрендә халыҡтың тормош-көнкүреш шарттарын яҡшыртыу буйынса байтаҡ эштәр башҡарыла. Урындағы мәктәпкә ремонт яһау, спорт майҙансығы төҙөү, янғын һүндереүсе машинаға арба һатып алыу, зыярат кәртәләү тиһеңме - ауылдаштар күп маҡсаттарына ирешкән. Бынан тыш, «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты буйынса ауыл Мәҙәниәт йорто ла яңырыу кисергән.

«Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашыусы ауылда шиғриәт бәйгеһе лә ойошторолдо. Түбәнге Аллағыуатҡа конкурсанттар бөтә райондан йыйылды.

Ауыл халҡы спорт ярыштары үткәреп тороуҙы йолаға индергән. Быйыл 17-се тапҡыр яугир-интернационалист Наил Рәжәпов иҫтәлегенә милли көрәш буйынса асыҡ республика турниры ойошторолдо. Спорт бәйгеһендә 70-кә яҡын ир-егет көс һынашты. Ярыш судьяһы Дим Ишембәтов ваҡытында үҙе лә милли көрәш бәйгеләрендә сынығып үҫкән спортсы.

Милли көрәш турынирында еңеүселәрҙе бүләкләгәндән һуң, йыйылған халыҡ өсөн ҡышҡы уйындар үтте.

Төрлө ауылдарҙан йыйылған командалар күмәгенә бер пар саңғы кейеп йүгереү, арҡан тартыу, уҡтан атыу кеүек ярыштарҙа ҡатнашты. Саф һауала күңел асҡандан һуң ҡунаҡтарға баш ашын ашау йолаһы күрһәтелде. «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашыусы аллағыуаттар онотолоп барған йоланы тергеҙҙе.

Үҙенсәлекле йоланы мираҫ итеп, ата-бабаларҙың аманатын йәш быуынға тапшырыу өсөн ойошторолған байрам йыр-моңға үрелеп барҙы.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ