Төрлө өлкәләрҙә ҡаҙаныштары булған, йәмәғәт эшенән айырылғыһыҙ гүзәл заттар айырым номинацияларҙа билдәләнде, шулай уҡ «Милләт әсәһе» исемен алыусыларға Рабиға Ҡушаева исемендәге миҙал тапшырылды. Илһөйәрлек рухында уҙғарылған саранан БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Сәхнәлә Рәсәй Геройҙарының әсәләре тәбрикләнә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашып, ҡаһарманлыҡ күрһәткән яҡташтарыбыҙ араһында Тамерлан Илһамов та була. 4 июлгә ҡарай төндә дошман ракеталарын бәреп төшөрөп ул 118 хәрби хеҙмәттәше һәм меңләгән тыныс халыҡтың ғүмерен һаҡлап ҡалды. Улы ике мең саҡырым алыҫта булыуға ҡарамаҫтан, әсә йөрәге был хәлде һиҙә.
Илһөйәр, ҡыйыу быуын үҫтергән әсәйҙәр Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары йәмәғәт ойошмаһының иң юғары наградаһы - танылған йәмәғәт эшмәкәре Рабиға Ҡушаева исемендәге миҙал алды.
«Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» конкурсында Донбасс халҡына медицина ярҙамы күрһәткән табиптар ҙа тәбрикләнде. Шулай уҡ «Уҡытыусы һәм остаз йылы»нда педагогтарға ла айырыуса иғтибар бүленде.
Бөтә Рәсәй кимәлендә уҙғарылған конкурстың географияһы йылдан-йыл киңәйә. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина билдәләүенсә, быйыл бәйгелә ҡатнашыуға башҡа төбәктәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙән ғаризалар күпләп ҡабул ителгән.
Бүләкләү тантанаһында еңеүселәр ун номинация буйынса тәбрикләнде. Мәҙәниәт, мәғариф, фән , эшҡыуарлыҡ өлкәләрендә уңыш ҡаҙанған, фиҙаҡәр хеҙмәте менән үҫеп килгән быуынға өлгө булған гүзәл заттарға рәхмәт хаттары, кубок, бағыусыларҙан бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ ирекмәнлеккә ҡушылған ҡул эштәре оҫталары ла иғтибарһыҙ ҡалманы.
Конкурстың тәүмаҡсаты ҡатын-ҡыҙҙарҙың абруйын күтәреп, йәмәғәт эшен әүҙемләштереү, рухи һәм әхлаҡи ҡиммәттәрҙе күтәреү. Бүләкләү тантанаһы сиктәрендә «Торатау» конгресс-холлында ҡул эштәре, милли кейем, биҙәүестәр күргәҙмәһе лә ойошторолдо.
Гөлназ Хәйбуллина



