Республика Башлығы Радий Хәбиров инвестор менән осрашып проект үҙенсәлектеренә бәйле фекер алышты. Синтетик спирттар шәхси гигиена әйберҙәре, лак буяуҙары, ашлама һәм яғыулыҡ етештереүҙә ҡулланыла. Проект импортҡа алмаш булараҡ өҫтөнлөклө статусына эйә һәм федераль кимәлдә лә хуплау тапты. Инвестор 21 миллиард һум йәлеп итергә ниәтләй. Компания етәксеһе Линар Фәттәхов әйтеүенсә, “Алға” махсус иҡтисади зонаһында яңы ойошма 2025 йылда эшләй башлай.
Әле Өфө һәм Салауат ҡалаларында яңы заводҡа хеҙмәткәрҙәрҙе йыйыу бара. Бында 400-ҙән ашыу кешегә эш урыны була.







