Республика баш ҡалаһында ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осраша, йәш ғалимдар һәм эшҡыуарҙар менән аралаша, Өфө фән һәм технологиялар, шулай уҡ нефть университеттарына бара. Бынан тыш, вице-премьер социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләре һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса федераль округ кәңәшмәһен үткәрә.








