Даян Мурзин исемендәге отрядҡа һәм “Төньяҡ Амурҙары” тип аталған батальонға 60 йәшкә тиклемге доброволецтар ҡабул ителә. Ойоштороусыларҙың береһе Илдар Зәйнетдин белдереүенсә, Өфөлә офис 27 февралдән эшләй. 5 көндә 100-ҙән ашыу кеше ғариза тапшырған.
Башҡортостанда быға тиклем өс ирекле батальон ойошторолдо. Рәсәй Геройҙары Миңлеғәли Шайморатов һәм Александр Доставалов, шулай уҡ Салауат Юлаев исемендәге хәрби берләшмә яугирҙәре махсус операция биләмәһендә бурыстарын үтәй.







