Вице-премьер – Финанс министры Лира Иғтисамова шул турала белдерҙе. Ғаилә, хәҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы яғынан 1 миллион 200 меңдән ашыу кешегә ярҙам күрһәтелгән. Эшһеҙлекте кәметеүгә йүнәлтелгән саралар яҡшы һөҙөмтә биргән. Әле республикала 18 меңгә яҡын кеше рәсми эшһеҙ булараҡ теркәлгән. Аҙаҡҡы 30 йылда был иң түбән күрһәткес иҫәпләнә.







