Өфөлә Дмитрий Чернышенко менән Радий Хәбиров яңы ябыҡ футбол манежын асыу тантанаһында ҡатнашты

Өфөлә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы ябыҡ футбол манежын асыу тантанаһында ҡатнашты. Алты мең ярым квадрат метрҙан торған ҡоролма Орджоникидзе районынының «Нефтяник» стадионы янында сафҡа индерелде.

«Спорт - йәшәү нормаһы» проекты сиктәрендә төҙөлөшкә федераль ҡаҙнанан 550 миллион һум аҡса йүнәлтелгәйне. Бында Республика балалар футбол үҙәге тәрибәләнеүселәре күнекмәләр ойоштороу ҡаралған. Дмитрий Чернышенко менән Радий Хәбиров яңы манеж мөмкинлектәре менән танышып, майҙанда «Мин-герой» фиджитал-футбол буйынса турнирға старт бирҙе.

Манежды сафҡа индереүгә бәйле республиканың 669 спортсыһы бинала туп һуғыу буйынса донъя рекорды ҡуйҙы. Ҡаҙанышты теркәү өсөн Рәсәй рекордтар китабы редакцияһы саҡырылғайны. Сара сиктәрендә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко «Өфө» төбәк үҙәгенең балалар-үҫмерҙәр командаларына илле комплект футбол экипировкаһы алыуға сертификат тапшырҙы. Шулай уҡ «Ауыл тренеры» программаһына инеүселәр ҙә бүләкләнде. Һуңғы өс йылда дәүләт ярҙамы менән йөҙҙән ашыу белгес файҙаланған. Радий Хәбиров алдағы йылдарҙа ла спорт объекттары төҙөлөшө дауам итәсәк тип билдәләне.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ