Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн ике яңы ирекле батальон булдырыла

Уларҙың береһе легендар «ҡара генерал» Даян Мурзиндың исемен йөрөтәсәк. Икенсе батальонды «Төньяҡ Амурҙары» тип атау күҙаллана. Батальондарҙы ойоштороу штабынан хәбәр итеүҙәренсә, уларға 60 йәшкә тиклемге ирҙәр ҡабул ителә. Кандидаттар хәрби тәжрибәһе булған һәм булмағандар, хөкөм язаһы тамамланыусылар, медицина хеҙмәткәрҙәре араһынан һайлап алына. Батальондарға яҙылыу Өфө ҡалаһы, Әй урамы 63 адресы буйынса алып барыла. Тулыраҡ мәғлүмәт алыр өсөн 8 987 04 72 875 телефонына иртәнге сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем шылтыратырға мөмкин.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ