Башҡортостан фән һәм мәғариф үҫешенең асыҡ өлгөһө

Был турала Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко бөгөн Башҡортостанға эш сәфәре барышында белдерҙе. Ул республиканың төп уҡыу йорттарында булды, вуздарҙа тормошҡа ашырылған проекттар менән танышты. Ил Президенты технологик суверенитет төҙөү маҡсаты ҡуйҙы, фәнни үҫеш Башҡортостандағы һымаҡ башланғыстарҙан һалына, тине Дмитрий Чернышенко. Эш сәфәренең төп темалары хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Был быраулау ҡоролмаһы заводта ла, күргәҙмәлә лә түгел, ә Өфө дәүләт нефть-техник университетының эсендә. Уҡыу йортонда «Роснефть» компанияһы тарафынан фән-белем биреү үҙәген ойоштороу буйынса күләмле инфраструктура проекты тормошҡа ашырылған. Үҙәк аналогтары булмаған заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Бында йыл һайын 1 меңгә яҡын студент һәм аспирант әҙерләү мөмкинлеге бар.

Комплекслы реконструкция 6 йыл элек башланған. Быраулау, ятҡылыҡтарҙы табыу, һанлы моделләштереү, хәүефһеҙлек буйынса тиҫтәләрсә лаборатория асылған. Бөтәһе 1 миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтелгән. Хужалар әйтеүенсә, Өфө дәүләт нефть-техник университеты белем биреү сифаты, матди-техник базаһы буйынса илдең иң көслө вуздары иҫәбенә инә, уҡыу йортонда Рәсәй төбәктәренән генә түгел сит илдәрҙән дә йәштәр белем ала. Әлеге көндә бында студенттар ятағына ихтыяж ҙур. 620 урынға иҫәпләнгән проект әҙер. Дмитрий Чернышенко объектты төҙөү буйынса күрһәтәмә биреләсәк, федераль финанслау бүленә тип белдерҙе.

Өфө фән һәм технологиялар университеты ла заманса уҡыу йорттарының береһе. Вузда алынған белемде шунда уҡ практикала һынау мөмкинлеге бар. Бында илдең «Алдынғы инженер мәктәптәре» проекты тормошҡа ашырыла.

«Киләсәк моторҙары» Рәсәй юғары уҡыу йорттарында асылған инженер мәктәптәре, ил буйынса уларҙың һаны 3 тиҫтә тирәһе. Башҡортостанда заманса үҙәк Өфө фән һәм технологиялар университеты базаһында асылған. Фәнни-техник мәктәп хәрби һәм граждандар авиацияһы өсөн ҡеүәтле электр һәм гибрид ҡоролмалары, агрегаттар уйлап сығарыуҙы күҙ уңында тота.

«Киләсәк моторҙары» мәктәбенең үҙенсәлеге ғилми тикшеренеүҙәрҙә, фәнни асыштарҙа ғына түгел. Бында индустриаль партнерҙар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылған. Йәғни, уйлап табылған продукцияны етештереүгә һәм ҡулланыуға сығарыу маҡсаты тора. Миҫал итеп пилотһыҙ осоу аппараттарының моделен килтерергә мөмкин. Улар һынау үткән һәм линияға сығарыуға әҙер.

Уҡыу йортоноң үҫеш йүнәлештәре хаҡында һүҙ артабан осрашыуҙа дауам итте. Сарала студенттар, аспиранттар, эшҡыуарҙар ҡатнашты. Йәштәрҙең күбеһе федераль кимәлдәге конкурстарҙа еңеү яулап, гранттар алып өлгөргән. Йәштәрҙе төрлө йүнәлештәр ҡыҙыҡһындыра етди фәнни асыштар ҙа, компьютер уйындары ла. Мәҫәлән, йәш ғалимдар лаборатор тикшеренеүҙәр өсөн йүнәлтелгән гранттарҙы 6 йылға тиклем оҙайтыу яҡлы. Башлаған эште аҙағына тиклем еткереү, һөҙөмтәне күреү мотлаҡ, ти улар.

Башҡортостан күп күрһәткестәр буйынса алдынғылыҡты бирмәй. 2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса республика илдең фәнни-техник үҫеш рейтингында 4-се урын яулаған. Дмитрий Чернышенко билдәләүенсә, килсәктә лә дәүләт тарафынан фәнгә ныҡлы иғтибар бүленәсәк. Ике йыл эсендә Рәсәй фән һәм белем биреү үҙәктәренә 5 миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған.

Эксперттар фекеренсә, фәнни үҫеш төбәк етәкселәренең әүҙем эшмәкәрлегенә, заманса фекерләүенә бәйле. Башҡортостан был йәһәттән эҙмә-эҙлекле эш алып бара.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы, әле илдә технологик суверенитет булдырыу бурысы тора. Был төшөнсә аҫтында фәнгә иғтибарҙы арттырыу, илдең ихтыяжын ҡапларлыҡ заманса продукцияларҙы үҙебеҙҙә етештереү күҙ уңында тотола.

Рәмзиә Кәримова

Волна
Акции БСТ