Вуз-ара студент кампусының тәүге бинаһы быйыл сафҡа инәсәк

Бөгөн буласаҡ Ай Кью парк менән Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко танышты. Кампустың төп бинаһы 36 мең квадрат метр майҙанды биләй һәм ул студенттар ижады үҙәге буласаҡ. АйКью парк әле үк баш ҡаланың юғары уҡыу йорттарына бүлеп бирелгән. Ә инде төҙөлөштөң икенсе сираты 2026 йылда файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Тулыраҡ Айнур Кәбиров репортажы.

Береһенән-береһе бейегерәк ете башня. Иң юғарыһы 34 ҡатлы бина. Бында киләсәктә 4 мең ярымдан ашыу студент, йәш уҡытыусылар һәм ғалимдар йәшәйәсәк. Ә кампустың төп бинаһы быйыл уҡ файҙаланыуға тапшырыла. Хәйер, урындарҙы юғары уҡыу йорттары әле үк бүлешеп алған.

Комплекста ятаҡтан тыш, лабораториялар, мәҙәниәт һәм спорт объекттары төҙөү күҙаллана. Алдынғы ҡарашлы студенттарға башланғыстарын тормошҡа ашырыр өсөн бар шарттар ҙа тыуҙырыла. Юғары технологиялы ҡорамалдар ғына 5 миллиард һумға һатып алынасаҡ.

Ил етәкселеге технологик суверенитетты һаҡлап ҡалыу өсөн фәнгә ҡар иғтибар бүлергә ҡушты. Шуға күрә мәғариф һәм фән өлкәһендәге барлыҡ башланғыстар ҙа этәргес аласаҡ, тине Дмитрий Чернышенко.

Фән, мәғариф, спорт, туризм, мәғлүмәт өлкәһен үҫтереү юлдары Дмитрий Чернышенко менән Радий Хәбировтың эшлекле осрашыуында ла өйрәнелде. Төбәк һәм федераль үҙәк араһындағы бәйләнеш документ нигеҙендә лә нығытылды. Баш ҡалала Башҡортостан менән илдең аналитка үҙәге араһында хеҙмәттәшлек килешеүе төҙөлдө. Уға ярашлы төбәктә социаль-иҡтисади, фәнни-техник үҫеште тәьмин итеү өсөн тупланған мәғлүмәт ил хөкүмәтенә тиҙ һәм тулы күләмендә барып етәсәк.

Айнур Кәбиров

Волна
Акции БСТ