2023 йылда Башҡортостан туризм инфраструктураһын үҫтереүгә ярты миллиард һумдан ашыу аҡса ала

2023 йылда Башҡортостан федераль үҙәктән туризм инфраструктураһын үҫтереүгә ярты миллиард һумдан ашыу аҡса ала. Рәсәй хөкүмәтендә был йүнәлеш өсөн яуаплы вице-премьер Дмитрий Чернышенко республиканың туризм мөмкинлектәре менән дә танышты. Өфөнөң Арт-квадрат майҙансығында ул «Терра Башҡортостан.Туризм миҙгеле 2023» фестивалендә булды.

Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко Башҡортостандың туризм мөмкинлектәрен барлай. Сәйәхәтселәр өсөн республикабыҙ хазинаға тиң. Шифалы тәбиғәт, бай тарих һәм сағыу мәҙәниәт туристарҙы йәлеп итерлек көскә эйә. Федераль етәксене Арт-Квадрат уртаһында ҡуйылған тирмәләр ҡыҙыҡһындыра. Дәүер технологиялары ярҙамында, халҡыбыҙҙың боронғо торлағы, заманса ҡунаҡханаларҙан да һис кенә лә ҡалышмай. Федераль үҙәк эске туризды үҫтереү яҡлы. Был йәһәттән дәүләт етди ярҙам ҡулы һуҙа.

«Терра Башҡортостан. Туризм миҙгеле-2023» Фестивале республиканың ҡунаҡсыллыҡ индустрияһын тулыһынса сағылдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Башҡортостан шифаханаларында сәләмәтлеген нығытырға теләүселәр өсөн айырым экспозиция. Улар янында «Торатау» һәм «Янғантау» геопарктары күргәҙмәһе. Мәмерйәләре, бейек тауҙары, тәрән күлдәре, тулы һыулы йылғалары менән республика Рәсәй сәйәхәтсеһендә ҡабатланмаҫ тәьҫораттар ҡалдыра тигән фекерҙә, «Янғантау» геопаркы тарихсы этнографы Айнур Ситдиҡов.

Шифалы быу биргән ялан мунсалары, рафтинг, экстрим-турҙар өсөн ҡоролма һәм йыһаздар етештереүселәр ҙә бихисап Башҡортостанда. Улар ҙа фестивалдә үҙ урынын тапты һәм Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенкоға үҙ мөмкинлектәрен күрһәтте. Өфөнән Рәшит Шәйәхмәтов мәҫәлән оҙайлы автосәйәхәтселәр өсөн күсмә өй эшләгән. Ул тәгәрмәс өҫтөндә. Сәфәргә сығыусылар уны автомобиленә тағып йөрөтә.

Туристар өсөн сәйәхәт иткән төбәктең хәтирәһе лә мөһим. Был йәһәттән Башҡортостан кәсепселәре төрлө сувенирҙар етештерә. Күн, ағас, туҡыма, таш, балсыҡ һәм быяланан етештерелгән төрлө әйберҙәр республиканы сағылдырған матур бүләк буласаҡ. Өфөнән Сажиҙә Муллағолова йөн иләп, унан балаҫ һуға. Милли сувенирға ихтыяж ҙур ти эшлекле ханым.

Республикала ҡунаҡсыллыҡ индустрияһын үҫтереү пландары ла ҙур. Һуңғы осорҙағы башланғыстарҙан сәнәғәт туризмын атап үтергә мөмкин. Оло йәштәгеләр өсөн тәғәйенләнгән , Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге проекты иһә күптән сәйәхәт итергә яратҡан хаҡлы ялдағыларҙың һөйөүен яулап өлгөргән.

Башҡортостанда 100-ҙән ашыу милләт дуҫ һәм татыу йәшәй. бер-береһенең теленә, мәҙәниәтенә һәм тарихына хөрмәт күрһәтә. Был йәһәттән халҡыбыҙҙың ысын интернационализмын да сәйәхәтселәргә үрнәк итеп күрһәтергә мөмкин.

Евразия үҙәгендә урынлашҡан Башҡортостанды Рәсәйҙең туризм мәккәһенә әйләндереү форсаты бар. Күп милләтле республикала бай тарихи, мәҙәни һәм тәбиғи мөмкинлектәр тупланған.Терра Башҡортостан туризм миҙгеле фестиваленән күренеүенсә, уларҙы заман шарттарын иҫәпкә алып дөрөҫ файҙаланырға ғына кәрәк.

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ