Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Совет майҙанында булды. Бында улар Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәленә сәскә һалды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, мемориаль комплекс былтыр Республика көнөндә асылды. Ул 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры һәм уның атлыларына, Бөтә Ватанды һаҡлаусыларға арналған. Һәйкәлдең авторы-скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков. Көн һайын төш ваҡытында Совет майҙанында «Шайморатов генерал» йыры мотивына куранттар һуға.






